Шағир Рәсих Ханнанов иcтәлегенә [Гульчачак Расизовна Ханнанова] (fb2) читать онлайн


 [Настройки текста]  [Cбросить фильтры]
  [Оглавление]

Гульчачак Ханнанова Шағир Рәсих Ханнанов иcтәлегенә

«Аҡ күгәрсен» – ике туғандаш, башҡорт һәм татар телдәрендә иҗад итеүсе йыр авторҙары өсөн конкурс. Ул шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә бағышланды. Уның йырҙарын Башҡортостандың һәм Татарстандың күренекле йырсылары 1950-сы йылдарҙан алып башҡарған һәм бөгөн дә башҡара.

Конкурс йырға һалырға мөмкин булған шиғырҙар яҙыуға бағышланып, 2021 йылдың 28 октябрендә, шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулған көндә старт алды. Конкурсты ойоштороу идеяһы менән Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы  – Рәсих Ханнановтың кесе ватаны – hәм Башҡортостан Республикаһының Языусылар берлеге сыкты. Проект Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды ярҙамында ғамәлгә ашырылды.

2022 йылда был конкурста Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Мәскәү, Самара, Пермь, Ульяновск, Вильнюс hәм башҡа төбәктәрҙән башҡорт hәм татар телендә яҙған 60 шағир ҡатнашты. Жюри составына күренекле әҙәбият белгестәре, Башҡортостан һәм Татарстандың легендар йырсылары инде.

Жюри рәйесе – композитор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияhы лауреаты Рим Хәсәнов.

Был китапҡа конкурста ҡатнашҡан авторҙарҙың шиғырҙары тупланды.

Рәсих Нурғәли улы Ханнанов


Башҡорт АССРының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры, Татарстан мәҙәниәт министрлығының «Мәдәнияткә керткән өлеше өчөн» маҡтау билдәһе эйәһе.

Ул «hуғыш осоро балалары» быуынына ҡарай: 1931 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған, hуғыш осороноң барлыҡ ауырлыҡтарын кисергән, йәшләй атаһын юғалтҡан, өлкәндәргә ярҙам итеп, «Фронт өсөн, еңеү өсөн» девизы аҫтында колхозда эшләгән.

Ватансылыҡ һәм төрлө милләт кешеләренең үҙ-ара ярҙамлашып йәшәү рәүешенә ул ғүмер буйы тоғро ҡалды. Ижад юлын район гәзитендә башлап, ул бик тиҙ абруйлы журналистҡа әүерелә, Өфөгә «Кызыл таң» гәзитенә эшкә саҡырыла, унда 40 йыл эсендә әҙәби хеҙмәткәрҙән баш мөхәррир вазифаһына ҡәҙәр юл үтә.

Рәсих Ханнанов әҙәбиәткә 1950-се йылдарҙа килә, проза, шиғриәт, драматургия жанрҙарында яҙыша. Уның 30-ҙан ашыу китабы, компакт-дисктары, аудио-китаптары донъя күрҙе, пьесалары буйынса спектаклдәре К.Тинчурин исемендәге драма һәм комедия театры, Сибай драма театры, Мәскәү, Үзбәкстан, Ҡаҙаҡстан халыҡ театрҙарында ҡуйылды.

Башҡорт һәм татар телдәрендә яҙған йырҙары шағирга ҙур танылыу килтерә. Башҡортостандың иң күренекле композиторҙары Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов, Данил Хәсәншин һәм башҡалар тарафынан уның шиғырҙарына 200-ҙән артыҡ йыр яҙыла. Уларҙы Башҡортостан һәм Татарстандың легендар йырсылары Илфак Смаков, Хәйҙәр Бигичев, Иҙрис Ғәзиев, Зәки Мәхмүтов, Радик Гәрәев, Ғәли Хамзин, Нәзифә Ҡадырова башҡарҙы.

Был йырҙар конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яуланы: мәҫәлән, «Күр әле бер генә» йыры Швецияла уҙған Халыҡ-ара конкурста Гран-приға лайыҡ булды, «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә» Татарстанда «Йыл йыры» тип танылды.

Алсыу Сафина «Әткәй» йырын Ҡазандың 1000-йыллығы уңайынан ойошторолған тантаналарҙа башҡарҙы. «Минем Уфам – Уралдың саф гөле» йыры өсөн шағир Өфөлә «Башҡала ҡаҙанышы» премияһына лайыҡ булды.

Рәсих Ханнанов йәш журналистар һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙең тулы бер быуынын тәрбиәләне, уларға уҡыусы һәм тыңлаусы менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыуҙа һәр ваҡыт ярҙам итергә ынтылды. Шуға күрә «Аҡ күгәрсен» конкурсын уның иҫтәлегенә бағышлау хаҡында ҡарар ҡабул ителде. 2020 йылда вафатына ҡәҙәр һуңғы яҙылған йыры «Аҡ күгәрсен» тип аталғанлыҡтан, конкурс шулай тип исемләнде.

АП-АҠ КҮГӘРСЕН


Тәҙерәмдең төбөнә тыш яҡтан

көндә ап-аҡ күгәрсен ҡуна.

Ултыра ла, күҙен мөлдөрәтеп,

миңә ҡарап тора тын гына.


Ҡушымта:

Ул һуңлаһа, борсола башлайым,

бер кем еңмәй һағыныу көсөн.

Бәлки был ҡош – ул минең йәнемдер?

Һуңлама, кил, ап-аҡ күгәрсен.


Ҡайҙан килә ул, бармы хужаһы,

әллә юғалтҡанмы ояһын?

Яңғыҙлыҡта үҙең ҡалһаң ғына,

ситтәр хәлен нескә тояһың.


Тәҙерәмдең төбөнә тыш яҡтан

көндә ап-аҡ күгәрсен ҡуна.

Ултыра ла, күҙен мөлдөрәтеп,

миңә ҡарап тора тын гына.

ӨФӨ – УРАЛЫМДЫҢ САФ ГӨЛӨ


Исемең матур ҡоштар телендә,

Агиҙел ҡуша һине йырына.

Ҡояш та гүйә тик һине генә

Иркәләй күмеп йылы нурына


Минең Өфөм – Уралдың саф гөлө,

Ҡалалардың, һиңә юҡ һис тиңе.

Теләймен мин һиңә тик тыныс таңдар,

Иҫһен һиндә һәр саҡ яҙҙар еле.


Быуаттар уҙа, ә һин йәш һаман,

Бәхет балҡышы уйнай йөҙөңдә.

Ниндәй ғорурлыҡ, һиндә йәшәйем,

Һиндә ҡаласаҡ минең, эҙем дә.

МИНЕҢ ӘСӘЙ ГӨЛ ЯРАТА ИНЕ


Минең әсәй гөл ярата ине,

Матур ине уның күңеле.

Тормош тәрәҙләрен бизәп тордо,

Күңел нуры булып, һәр гөле.


Һағынып ҡайтып урамнарҙан уҙам,

Йәндәренә монда дауа бар.

Гөлдәр миңә һәр өй тәзрәһенән

Әсәй күзе менән бағалар.


Минең әсәй гөл ярата ине,

Эшкә оҫта ине кулдары.

Өй һылаған ап-аҡ балсыҡтарҙа

Уйелып ҡалған бармаҡ һырҙары.


Минең әсәй гөл ярата ине,

Иҙге ине уның күңеле.

Беҙҙең йөрәктәргә күсеп ҡалды

Сәскә атыр өсөн һәр гөле.

Фирүзә Абдуллина

ӘЛДӘ ҺӨЙӨҮ БАР ӘЛЕ!


Ғашиҡ булыу – гүйә, утлы

Күмер өҫтөндә бейеү,

Ни ҡыҙығы бар йәшлектең,

Әгәр булмаһа һөйөү?


Яратыу – ул һөйгәнеңдең

Эҙҙәренә баш эйеү,

Донъяның ни матурлығы

Әгәр булмаһа һөйөү?


Мөхәббәт – ул ғүмер буйы

Яҡының өсөн көйөү,

Йәшәүҙең ни мәғәнәһе

Әгәр булмаһа һөйөү?


Йөрәктәге хистәремә

Һаман урын тар әле,

Бәхет биргән, ҡанат ҡуйған

Әлдә һөйөү бар әле!

БАШҠОРТ АТТАРЫ


Саф шишмәләр һыуын эсеп,

Гиҙеп йәшел туғайҙар,

Аунап үҫә башҡорт аты —

Уға еткән ат ҡайҙа?


Һай, башҡорт аттары,

Ебәк ял-ҡойроҡтары,

Һай, башҡорт улдары,

Ҡайҙа илтә юлдары?


Һай, башҡорт улдары,

Тик еңеүгә юлдары!

Ир-егеттең тоғро дуҫы

Яуға сапҡан был аттар,


Булған Париж, Берлиндарҙы

Улар яулаған саҡтар.

Ел еткермәҫ толпар аттар –

Ир-егеттең терәге,


Илен яҡлап, ерен һаҡлап

Тибә батыр йөрәге.

Бәйгеләрҙә ал бирмәйҙәр,

Саҡматаш тояҡтары,


Тыуған ерен данға күмә

Аҫыл башҡорт аттары!

Ир-егеттең тоғро дуҫы –

Толпар ат һәм уҡ-яны,


Гөрләтеп бөтә донъяны

Тарала башҡорт даны!

Һай, башҡорт улдары,

Тик еңеүгә юлдары,


Һай, башҡорт аттары,

Батырҙың ҡанаттары,

Һай, башҡорт улдары,

Тик еңеүгә юлдары!

Минулла Аминов Наталья Ағиҙел

КӨЗГӨ РОМАНС


Көҙгө ҡырҙар ялан ҡалған,

Бураларҙа аҙык тулған.

Күктә ғауға, ҡоштар әҙер

Көньяҡтарға өйөр-өйөр.


Ер әйләнә – туҡтап тормаҫ,

Йәйҙе көҙгә алмаштыра.

Сентябрь йырлай көҙгө романс,

Йәштәр ҡойоп хушлаштыра.


Ҡушымта:

Сыңрай-сыңрай,

Сөйгә оҡшаш

Өйөр ташлай һуңғы караш

Алтын кейгән Туған илгә.


Ер әйләнә – туҡтап тормаҫ,

Кисте таңға алмаштыра.

Сентябрь йырлай көҙгө романс,

Аулаҡ ерҙә осраштыра.


Ҡара төндә, алһыу таңда

Ҡыуыш ҡорған бөҙрә талдар

Бөгөлөүсән селтәр менән

Һөйгәндәрҙе әсир иткән.


Ҡушымта:

Һыу буйында

Беҙҙе көткән

Бөҙрә талдың


Ҡайғырыуҙан

Һыуға төшкән

Ботактары.


Ер әйләнә – туҡтап тормаҫ,

Ашыҡтыра ғүмер ҡышын,

Һаман иҫтә беҙҙең романс,

Һыуҙа айҙың сағылышы,


Һаман бында йәшле күҙҙәр,

Ашығыусан серле һүҙҙәр,

Ярһыу йәшлек ынтылышы

Һорай ғишыҡ ҡағылышын.


Ҡушымта:

Ер әйләнә,

һыу буйында,

Көҙ туйында

Элек кеүек

Әйлән-бәйлән

Уйнай йәшлек.

ҺИНҺЕЗ ЙӘРЕM


Илай-илай

Алтын һибә

Көҙ юлдарға.

Яҙмыш һынай,

Тоҙҙар һибә

Яраларға.


Ҡушымта:

Һинһез йәрем,

Күптән инде,

Өмөт һандуғасы

Һуңғы йырын йырланы.

Һинһез йәрем,

Күптән инде,

Бәхет алмағасы

Бер ҙә сәскә атманы.


Сыңрай-сыңрай

Хушлашалар

Аҡ торналар.

Йөрәк һыҙлай,

Нисә айҙар,

Нисә йылдар.


Ҡушымта:

Мәрхәмәтһеҙ

Яна йөрәк,

Яна йылдар.

Мөхәббәтһеҙ

Ниңә кәрәк

Был дөньялар.

Минира Биканасова

ҒҮМЕР


Кеше ғүмере алтынға тиң,

Хоҙай биргән ҙур бүләк!

Тик әжерен бер нисек тә

Ҡайтарып булмай түләп.


Кеше ғүмере үтә ҡыҫҡа

Сәскә атҡан гөл һымаҡ,

Йә булмаһа, усаҡтағы

Янып-һүнәр бер сыраҡ.


Кеше ғүмере-үҙе тарих

Асып-ябылған китап,

Ғәмәл дәфтәреңде барлап

Килер ҙә етер Хисап…

КҮҢЕЛ


Үҙәндәрҙе күрҙегеҙме,

Йылға буйҙарын?

Ярһып ташҡан ағымһыуҙай

Ҡай саҡ уйҙарым.

Киҫәк-киҫәк боҙ ярсығы —

Кителгән күңел,

Ағып китһен, яраларым

Мәңгелек түгел.

Ҡар һыуҙарына әйләнгән

Һалған эҙҙәрем,

Бераҙ ғына моңһоуландым

Йәлләп үҙҙәрен…

Бөрө уянып донъяны

Сәскәгә күмер,

Миҙгелдәрҙе алмаштырып

Үтәлер ғүмер.

Наҙлы елдәр болоттарҙы

Таратыр, ҡыуыр,

Яңы яҙҙа-яңы йырҙар

Күңелдә тыуыр.

Гөлмирә Бикбулатова

ТАШЛАЙ КҮРМӘ


Һиҙгерлегем, ташлап китә күрмә,

Булмышымдың ярты байлығы.

Уйҙарымдан уйылып киткәндә лә,

Ҡалдырмаҫын һиҙәм яңғыҙым.


Тәҡәттәрем тамам ҡороғанда

Тотанаҡлы минең һиҙгерлек.

Уйындарҙан уймаҡ сыҡҡанда ла,

Сабырлығым донъя гиҙерлек.


Зиһендәрем әгәр томаланһа

Яҙмыш болоттары ҡуйырып,

Ярһыуымдың тәртәләрен алып,

Үҙ яйына ҡуям туғарып.


Һиҙгерлегем, ташлап китә күрмә —

Артылаһы үрҙәр бөтмәгән.

Мәрхәмәтле булсы, үҙ яҙмышым,

Ғүмер көҙөм әле етмәгән.

АСЫЛДЫ БӨРӨЛӘР


Күмелде йәшлегем яҙҙары

Ялҡынлы мөхәббәт сазына.

Әйтерһең парлашып аҡҡоштар

Күңелдә ҡанатын ҡағына.


Ҡушымта:

Асылды бөрөләр

Йәшлектә яҙ булғас.

Өр-яңы йыр һуҙҙы

Таңдарҙа һандуғас.


Иҫереп һөйөүем наҙынан

Йыһанды иңләйем, шатлыҡтан.

Хистәрем тулыша, моңлана,

Күҙҙәрем ҡамаша сафлыҡтан.


Йондоҙҙар юл һыҙып әйткәндәй,

Һуҡмаҡтан тайпылмай үтегеҙ.

Ғүмерҙең йомғағын бутамай,

Бергәләп, өҙмәйсә һүтегеҙ.

Сәриә Вахитова

ТУҒАНЛЫҠТЫ ҺАҠЛАП ЙӘШӘЙЕКСЕ


Бер нигеҙҙә тыуып үҫкәнбеҙ беҙ.

Емеше беҙ бер үк ағастың.

Терәк булып үҫтек бер-беребеҙгә

Аяҙ күгендә бала саҡтың.


Ҡушымта:

Бер туғанбыҙ, бер әсәнән тыуған,

Тамырҙарҙа аға бер үк ҡан.

Арта бары йәндә йәшәү көсө

Беҙ бергә, берҙәм булғанлыҡтан.


Берҙәмлектән айырмаһын яҙмыш:

Туған туғанына һыйына.

Туғанлыҡты һаҡлап йәшәйексе,

Терәк булып ғүмер юлында.


Яҡын итеп, бер-беребеҙҙе аңлап,

Хөрмәт итеп туған туғанын.

Ҡайғы-шатлыктарҙы уртаҡлашып

Үтәйексе ғүмер юлдарын.

АҒИҘЕЛКӘЙ


Күпме айҙар, йылдар үтһә лә,

Һис онотмай башҡорт балаһы:

Ағиҙелкәй беҙҙең күңелдәрҙә,

Беҙҙең йырҙа мәңге ҡалаһы.


Ҡушымта:

Ағизелкәй аға тын ғына,

Йырсы ҡоштар талдарға ҡуна.

Бала саҡтың яҡты нуры булып,

Күңелдәргә ҡыуаныс тула.


Тәбиғәттең нурлы мөғжизәһе,

Ғорурлығы башҡорт иленең,

Ҡалһын ине сафлыҡ-аҡлыҡтары —

Даны булып тыуған еремдең.


Аҡҡан һыуҙай ғүмер тиз уҙа,

Яңы быуын килер был ярға.

Матурлығын данлап тыуған яҡтың,

Ҡушылырҙар моңло был йырға.

Гөлфиә Ишмөхәмәтова

БЕҘҘЕҢ ЙӘШЛЕК


Йәшлектәрҙә һин яратҡан күлдәк,

Төҫкәйҙәре күптән уңды бит.

Яңыртырға беҙгә йәшлек хисен

Һуңдыр иркәм инде, һуңдыр бит.


Шул уҡ күлдәк тиһең, оҡшаш ҡына,

Ул күлдәкте күптән туҙҙырҙым.

Ғүмеремдең инде күпме йылын

Бүтән берәү менән уҙҙырҙым.


Йәшлектәге әйтелмәгән һүҙҙе

Килдем тиһең һиңә әйтергә.

Юҡ, кәрәкмәй, беҙҙең йәшлегебеҙ

Булып ҡалһын матур хәтирә.


Иңде-иңгә терәп үткәндәрҙе

Иҫләп булмай, кем һуң яңлышты.

Йәшлегебеҙ матур көйө ҡалһын,

Булмаһын шул күлдәк яҙмышлы.

РОМАШКАЛАР


Ромашкалар гөрләп сәскә ата

Йәмдәр биреп тыуған ҡырҙарға.

Ап-аҡ ромашкалар һөйөү юрай

Мөхәббәтен көткән ҡыҙҙарға.


Ҡулдарына гөлләмәләр тотоп,

Һөйгән ҡыҙын егет ҡаршылай.

Саф һәм керһеҙ булһын уртаҡ хистәр

Ромашканың ап-аҡ тажылай.


«Яратмай ул!» – тиһә ромашкалар,

Йәшәүҙәрҙән бер үк туймағыҙ.

«Миңә генә яҙған ғәзиз йәрем

Был түгелдер», – тиеп уйлағыҙ.


Гелән һөйә тиһен ине лә ул

Нескә бит ул ҡыҙҙар күңеле.

Йәнең тартҡан йәрҙәр менән генә

Йәшәүҙәре ерҙә күңелле.

Гөлназ Ҡотоева

ҠАРҘАР ЯУА


Ҡарҙар яуа,

Ап – аҡ ҡарҙар…

Шул сафлыҡтан иҙрәй Ерем.

Тау – урмандар,

Ялан – ҡырҙар

Был ваҡытта итә серем.


Ҡушымта;

Һинең серең.

Минең серем.

Күңелдәрҙә – хис бураны.

Ҡасып ҡалыр әмәлем юҡ,

Аҡ донъяны мең ураным…


Мин юраным Еребеҙгә

Татлы төштәр,

Яҡты хыял.

Ғәмлелергә ҡот бир, ҡышым,

Ғәмһеҙенә яҡты уй һал!

ҠЫПСАҠ ҠЫҘЫ


Ярһыуынан атым оса ғына.

Донъя серен йыйған,

Бөтә ғаләм һыйған

Сал даламдың ҡайнар ҡосағына.


Ил-көнөн яҡлап,

Намыҫын һаҡлап,

Атыла уҡтай,

Артыла уттай


Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары —

Атҡа атлана.

Аямай йәнен,

Утҡа ташлана.


Ергә биҙәк булып йәшәгәнгә

Донъя ҡәҙерҙәре арта икән.

Ҡоштай талпынырға,

Уҡтай атылырға


Ҡыпсаҡ ҡаны үҙе тарта икән.

Беҙ ҡабыҙған усаҡ яҡтыһынан

Йондоҙ нуры арта, Сулпан ҡалҡа.

Айҙай тулып балҡып,

Ҡояш кеүек ҡалҡып,

Ҡыпсаҡ ҡыҙы илен данлап ҡайта.


Ил-көнөн яҡлап,

Намыҫын һаҡлап,

Атыла уҡтай,

Артыла уттай

Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары —

Атҡа атлана.

Аямай йәнен,

Утҡа ташлана.

Лилия Миниязова

МИНЕҢ ВАТАНЫМ


Минең Ватаным башлана ниҙән?

Олатайымдың шанлы данынан,

Мине тыуҙырған әсәм наҙынан,

Атам ултырған түңәрәк түрҙән-

Минең Ватаным башлана өйҙән.


Минең Ватаным башлана ниҙән?

Ысыҡ тамсыһы үпкән сәскәнән,

Еләк – емеше уңған сәхрәнән,

Оло юлғаса һуҙылған эҙҙән-

Минең Ватаным башлана ерҙән.


Минең Ватаным ниҙән башлана?

Ҡурай уйнатып иҫкән елдәрҙән,

Салауат батыр үҫкән ерҙәрҙән,

Башҡорттар төйәк иткән Уралдан-

Минең Ватаным башлана рухтан.


Минең Ватаным башлана ниҙән?

Азат халҡымдың тыныс таңынан,

Балалар өйгән бәхет тауынан,

Ғашиҡтар үргән саф мөхәббәттән.

Минең Ватаным тора бәхеттән.

МИН ҠАЛЫРМЫН


Мин ҡалырмын һалҡын ҡыштарыңда,

Керпегеңә ҡунған ҡар булып.

Йөрәгеңә төшөп иремәгән,

Йылы тындан осҡан пар булып.


Мин йәшәрмен һинең яҙҙарыңда

Умырзая булып аҙ ғына.

Йөрәгеңдә урын тапмағанға

Ҡар сәскәһе йәшәр яҙ ғына.


Мин ҡалырмын һинең йәйҙәреңдә

Таңғы ысыҡ булып йәйләрмен.

Томан булып төшөп иртән генә

Күҙҙереңде һинең бәйләрмен.


Мин ҡалырмын һинең көҙҙәреңдә

Һары япраҡ булып өҙөлөп.

Ғүмер көҙөңдә лә аңламаҫһың

Һине яратҡанды өҙөлөп.

Мәликә Мортазина

ӘСӘ МЕНӘН ҠЫҘ ӘЙТЕШЕ


Әсә:

Биҙәк һалған тәүге бәйләмеңде,

Төҫһөҙләнһә, ҡыҙым, ташлама.

Йөрәк йылың биреп, үҙең йыйған

Биҙәктәрҙән донъя башлана.


Оло юлға сыҡҡан мәлдә, ҡыҙым,

Фатихаһыҙ алыҫ китмәйҙәр.

Әсә һүҙен аҡыл менән аңлап,

Йәшәүҙәргә бер ни етмәйҙер.


Ҡыҙ:

Бөҙрәләнгән сәстәремде наҙлап,

Әсәм ҡулы һыйпай һәр иртә.

Күҙ ҡарашы менән иркәләтеп,

Моң бишеккәйендә бәүетә.


Әсәкәйем, һинең һәр бер һүҙең

Йөрәк түрҙәремдә һаҡлана.

Тыуған мәлдән, тәпәй нығытыуҙар

Әсәй йырҙарынан башлана.


Бергә:

Әсәй, бала, бала тигән һайын,

Бала һаман далаға ҡарай.

Әсәйҙәрҙең йылы теләктәре

Изге доға булып яңғырай.

ҠОШ ЮЛЫНАН ЕЛӘМ ЯНЫҢА


Бәғер өтөп күҙ ҡыҫышҡан була –

Төнгө күктә йондоҙ парады.

Атылырға әҙерләнгән һымаҡ,

Анау йондоҙ миңә ҡараны!


Ә былары – уйнап күҙен ҡыҫа,

Етегәне әллә шул микән?

Сүмес тулы йәнле ынйыларын

Йыһан киңлегенә һирпелткән?..


Һирпелткән дә, иҫ-аңынан яҙып,

Һоҡланғандыр үҙе кинәнеп.

Зөһрә ҡалҡҡас, Ҡош юлынан ғына

Ҡайтып киткән тиҙәр, тиҙләнеп.


Мин дә шулай, хыялымда ғына

Ҡош юлынан еләм яныңа.

Устарыма алған ынйыларҙы

Йондоҙ итер өсөн таңыңа.

Ландыш Насирова

ҠОШТАР БУЛҺАМ, ӘГӘР…


Эх, мин үҙем ҡоштар булһам

Урар инем Ҡырым яғынан,

Ҡанаттарым булһа осор инем

Осор инем әллә ҡайҙарға!


Булһам әгәр мин ҡошсоҡ,

Елпеп аҡ ҡанаттарҙы

Осор инем мин күккә,

Күҙ етмәҫ бейеклеккә.


Киңлектә талпынып,

Тиҙ-тиҙ ҡанат кағып,

Осор инем юғары,

Әгәр булһа ҡанатым.


Осор инем Айға! Йондоҙҙарға!

Зәңгәр күкте иңләр инем,

Бейек-бейек тауҙарҙы,

Һуҙылып киткән киң ҡырҙарҙы.


Гөлгә сумған болондарҙы.

Шаулап торған урмандарҙы,

Бөҙрә таллы һыу буйҙарын,

Гиҙер инем бейек иреклекте.


Ҡанаттарым булһа әгәр,

Ҡоштар булып осор инем,

Ҡайтыр инем һағынып,

Ғәзиз тыуған яҡтарға.


Ҡанаттарым йәйеп,

Бар донъяны ҡосор инем,

Тик…Был зәңгәр күктәр

Ҡалыр минең бары хыялда.

Ғәзизйән Фәрхетдинов

АҠ КҮЛДӘК


«Йылы тәнеңдә туҙһын», – тип

Бүләк иттең аҡ күлдәк.

Саф мөхәббәт төҫө итеп

Ҡабул иттем аҡ бүләк.


Һаҡлап ҡына булманы шул

Аҡ күлдәктең аҡлығын.

Юғалттыҡ бит һөйөү хисен

Мөхәббәтең сафлығын.


Өҫтөмдәге аҡ күлдәгем

Һүтелеп туҙҙы инде.

Дөрләп янған һөйөүебеҙ

Һүрелеп һүнде инде.


Ҡушымта.

Аҡ күлдәккәй кер күтәрмәй,

Һаҡлап ҡына кей инде.

Тынысландыр, талпындырма,

Тынғыһыҙ йөрәгемде.

ӘЙ БУЙҘАРЫ АҠ ТОМАН


Иртән генә тороп тышҡа сыҡһам,

Әй буйҡайҙарында аҡ томан.

Аҡ томандай саф хистәрем менән

Килерһең тип һаман мин көтәм.


Аҡ томанҡайҙарҙы Әй буйынан

Талғын елдәр наҙлап таратыр.

Кемдәр генә һине ғашиҡ итер?

Кемдәр генә һине яратыр?


Әй буйҡайҙарында аҡ томандар

Бары бер саҡ, бер саҡ таралыр.

Һөйөү хисе һалған яралар

Йөрәк яралары уңалыр.


Ҡушымта.

Аҡ томандар бер саҡ таралыр,

Таралыр ҙа осоп юғалыр.

Томан түгел, тәүге мөхәббәт

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Равшан Хажиәхмәтов

ҒҮМЕР – ЙЫЛҒЫР АЙҒЫР


Ғүмер тигән йылғыр айғыр

Уҙып бара юртаҡлап.

Ауыҙлыҡлап булмай уны,

Булмай уны тышаулап.


Туҡтамаһын, ғүмер атым,

Юртаҡлап сапһын әйҙә!

Абына ғына күрмәһен,

Йәмле сәскәле «йәйҙә».


Ғүмер тигән йылғыр айғыр,

Теләмәй баш эйергә.

Мөмкин түгел сапҡан атҡа,

Ауыҙлыҡ кейҙерергә.


Сабып барған ғүмер атын,

Алһам әгәр йүгәнләп.

Йәшлегемә ҡайтар инем

Шул айғырҙы эйәрләп!

ӨЛӘСӘЙГӘ


Ойоҡбаштар бәйләй миңә,

Бәйләй йылы бейәләй.

Өйөбөҙҙөң йәме булып,

Беҙҙә өләсәй йәшәй.


Тыныс йоҡо теләп миңә,

Һәр кис әкиәт һөйләй.

Әкиәттән ойоп китһәм,

Бишек йырҙарын көйләй.


Өйөбөҙҙөң нуры булып,

Мең йәшә һин, өләсәй.

Һин булғанда яныбыҙҙа,

Атай-әсәй шат йәшәй.


Ғүмер кеүек бәйләмеңдең,

Йомғаҡтары тәгәрәй.

Өләсәйле өйҙә генә.

Оноҡтар татыу йәшәй.


Өйөбөҙҙөң йәме булып

Беҙҙә өләсәй йәшәй.

Өләсәй бит өйрәткән,

Мине баҫырға «тәпәй»!


Өләсәйем— өләсәй,

Бар микән башҡа һиндәй!?

Һинең биргән һабаҡтарың,

Беҙҙе яҡшыға өндәй.

Фәһимә Абдрафикова

ОҘАТЫУ


Яңғыҙ үҫтергән

өс улын ана.

Ниндәй оло шатлыҡ,

Бәхетле ана.

Төпсөк улын ул

Хеҙмәткә оҙата.

Уйлана ана,

Күңеле төбөндә

Шатлығы аша

Моңһоулыҡ ята.

Шатлана ана,

Сөнки улының

Хеҙмәткә һаулығы барға.

Уйлана ана,

Донъялар тыныс

Булмағанға ла.

Һау-сәләмәт булып,

Бурысың үтәп,

Ҡайт беҙҙең янға.

ИЗГЕ ҒӘМӘЛДӘР БИҘӘЙ


Ете тажлы ҡырлы ҡурай

Халҡымдың ғорурлығы.

Татлы балы донъя кимәлендә

Хайрандар ҡалмаҫһыңмы?!


Башҡортомдоң милли кейемен

Нурлы тәңкәләр биҙәй.

Халҡымдың йомарт күңелен

Изге ғәмәлдәр биләй.

Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы

Һаҡлау изге ғәмәл.

Беҙ данлыҡлы шулар менән,

Һоҡланһын барса ғәләм!

Рәмзиә Абсәләмова

АУЫЛЫМА ҠАЙТТЫМ


Ауылыма ҡайтып киләм,

Талпынып, осоп ҡына,

Ҡаршы ала тыуған йортом

Ауыл осонда ғына.


Атламайым, осам ғына,

Тыуған йорт усағына,

Һағынып көтөп алған

Туғандар ҡосағына.


Танырлыҡ та түгел ауыл

Яңырған урамдары,

Ауылҡайым, улдарыңдың

Алтын икән ҡулдары!


Дәртле ҡатын-ҡыҙҙары!

Алтын ҡуллы улдары!

Һоҡландырып донъя көтә

Ауылым уңғандары!


Бөгөн ауылыма ҡайтып

Урамдарҙы буйланым,

Әйтерһең дә, йәшлегемә

Ҡабат ҡайтып ураным…


Үҙгәреп китһә лә, ауыл,

Ауылдаштар ят түгел,

Туғандарҙай яҡын миңә,

Тартыла һеҙгә күңел!


Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!

Әхирәттәр, һабаҡташтар!

Ауылда оло байрам,

Тәбрикләйем, яҡташтар!

КӨҘ


Берсә моңһоу, берсә сағыу

төҫ ала урман-ҡырҙар,

Һүрелер ҙә көҙгө ҡояш,

яуыр ҡарлы ямғырҙар…


Тәбиғәттең алтын көҙгә

тик яңы кергән мәле,

Аҡ ҡайындың әкрен генә

Тәңкәләр ҡойған мәле.


Ер өҫтөнә аҫыл балаҫ

Йәйелгәндәй күренә,

Алтын тәңкәләр һибелә

Алтынға тиң еремә.


Көҙҙөң сағыу буяуҙары

Еремде нурландыра,

Һалҡындары көйөндөрә,

Уңышы һөйөндөрә.

Люция Ишбулатова

СЕРҘӘРЕМДЕ БИКЛӘНЕМ


Серҙәш, тиеп серҙәремде

Һөйләгән инем һиңә,

Ә һин йөрәк серҙәремде

Һипкәнһең икән елгә…


Һип елдәргә, тип һис тә

Әйтмәгән инем һиңә.

Һыя алмаған икән шул

Серҙәрем йөрәгеңә.


Белһәм елгә һибереңде,

Һөйләр инем тик елгә.

Елдәр һинән тоғ(о)рораҡ

Булырҙар ине миңә.


Хәҙер елдәрҙән сүпләйем

Йөрәккәйем серҙәрен.

Бынан кире серҙәремде

Йоҙаҡлайым, бикләйем.

ТӨН


Төн ҡараңғы, тимәгеҙсе,

Төндөң үҙ хозурлығы.

Төндә серле ишетелә

Йылғаларҙың ағышы.

Әйтерһең дә, теләк теләп

Тәсбих әйтеп ағышы.


Тик төндәрҙә күрәһең бит

Күктә йондоҙ нағышын,

Түңәрәкләнеп тулған

Нурлы айҙың балҡышын —

Әйтерһең дә, еткән ҡыҙҙың

Серленән-серле ҡарашы.


Иҫмәй ел дә, ахыры, йоҡлай,

Тынып ҡалған тирәктәр.

Төндәрҙә бит ҡауышалар

Өҙөлөп һөйгән йөрәктәр.

Йөрәктең һанаулы ҡағышы,

Күрсе төндөң үҙ балҡышы.

Рамазан Иштуганов

ҠЫРМЫҪҠАЛЫ ЕРЕН ДАНЛАЙ УЛДАРЫ


Беҙ белергә тейешбеҙ,

Илебеҙҙе данларға, яҡларға,

Ошо ерҙә тыуып үҫкәнбеҙ,

Хаҡлыбыҙ беҙ уны һаҡларға!


Ҡырмыҫҡалы ере – данлы,

Бар яҡтан уңған халҡы.

Ил буйлап данлай уны,

Ирек, Шәриф, Расихтары!


Ғилем, белем тиеп янған,

Алдан барған улы Өмөтбайы,

Халҡы, ере өсөн йән атҡан

Бар уның Салауаты!


Ауылыбыҙҙы гөл сәскәләй итә,

Мул ҡуллы Нурмөхәмәт улы.

Тыуып үҫкән ерем тиеп,

Тырыша ауыл халҡы.

Динара Кәримова-Һаҙыева

АҠ ТОМАН


Аҡ томанлы әсе елең тәмен

Һаҡлап тотам күңел түрендә.

Йән теләгәс, тағы хыялландым,

«Менәм!» – тиеп, һинең үреңә.


Таҡыр түгел юлдар, етмәһә, ел,

Биткә сәпәй, этә артымдан.

Тиҫкәрелек менән ныҡышамын —

Барыбер, тип, һиңә артылам.


Аҡ томанлы шаршау артынан

Күреп ҡалғас һинең һыныңды.

Ысыҡланды ҡоро керпектәрем,

Күкрәгемдә тыным ҡурылды.


Хәтирәләр ҙә һеңгән аңыма…

Илаһи ла булған ошо мәл.

Әкиәти донъя бит был ерҙәр —

Һин торған яҡ, хозур Ирәмәл.


Саҡрымдарҙан талған аяҡтарҙан

Ел һыпырып алды арыуҙы.

Һәр аҙымдан көсөм өҫтәлгәндәй,

Белә бирҙем алға барыуҙы.


Ҡойоп торған ямғырың да шифа,

Йылғаларҙай ташты юлдарҙан.

Сырхармын тип, күңел шомланғайны,

Һыуҙы кисеп барғас балтырҙан.


Танышайыҡ, тауым, мин үҙем

Таш ҡалала тыуған ҡыҙ бала.

Серем сисәм, тәү күргәс тә һине

Минең тормош яңы төҫ ала.


Ҡомһоҙланып, күкрәк тултырып

Һулайым мин таҙа һауаңды.

Ул йәшәрткәндәй йәнем-тәнде,

Сафлағандай аҡыл-аңымды.


Көтмәгәндә күктәр күкрәттереп,

Боҙ-борсаҡтар һанһыҙ ҡойолдо.

Аҫылташлы тажды йәшен-ҡылыс

Өҙә-сапҡан төҫлө тойолдо.


Йәйҙең еләҫ мәлендә лә һиндә

Ҡыш һалҡыны итә идара.

Тау эйәһенең халәтенә

Минең күңел түгел битараф.


Насар уйҙан, күңел йөгөнән һин

Әмәлләнең мине, Ирәмәл.

Шуға йәнем һиңә талпынған да,

Табылған да барыр бер әмәл.


Төшөндөрҙөң тормош мәктәбенең

Бик фәһемле булған дәресен:

Һин көҙгөләй, сағылдыраһың, бары

Әҙәм ихласлығын, йә эскерен.


Тартыу һәләтең дә көслө, шикһеҙ,

Тәү барыуҙан үҙем аңланым.

Ирәмәлкәй – имгә эйә урын,

Ҡөҙрәт алған ере Алланың.


Мин оноттом шиғриәткә юлды,

Юғалттым мин кескәй һуҡмаҡты.

Әйтерһең дә, мине полиция

Китеп барған ерҙән туҡтатты.


Һораманы минең кем икәнде,

Ниндәй маҡсат барған юлымда.

Тик ҡабатлай: «Шиғриәт бикле.

Һеҙҙең өсөн урын юҡ унда».


Аңламайым. Мин бит шыма килдем.

Тыныс ҡына, яйлап, уйланып.

Бер тапалған юлға кермәнем дә,

Ҡәләмемде ташлап ҡуйманым.


Ниндәй хатам миңә шундай ауыр,

Ҡаты ғына хөкөм тыуҙырҙы?

Күңелемде шиғриәткә илткән

Илһам шишмәләрен быуҙырҙы?

Алия Ҡасимова

БЕРҘӘМЛЕК КӨНӨ


Тапҡан әсә түгел, баҡҡан – әсә.

Рәсәй оҡшаш шундай әсәйгә.

Урыҫ менән башҡорт ғүмер баҡый

Бер туғандар булып йәшәйҙәр.


Ауыр мәлдәр кисергәндә халҡым,

Ярҙам ҡулдарыңды һуҙғанһың;

Йәшәү мәғәнәһе татыулыҡта,

Берҙәмлектә – шуны тойғанһың.


Тапҡан әсә түгел, баҡҡан-әсә,

Тик тыныслыҡ булһын арала.

Тик үҙ-ара хөрмәт тойғоһонан,

Мөхәбәттән йәшәү ярала.

Миләүшә Латыйпова

МӘТРҮШКӘ СӘЙЕ


Йәйен әгәр кайтһаҡ беҙ ҡаланан,

Мәтрүш йыйыр инем яландан.

Мәтрүш уҙенә һәр саҡ мине ялмай,

Мәтрушһеҙ бер йәйебеҙ беҙҙең ҡалмай!


Хуш еҫ, хуш еҫ, хуш еҫ тарала,

Уңала бит унан яра ла.

Мәтрүш, мәтрүш, мәтрүшкә сәйем

Уңды тиһәм дә була инде йәйем.


Мунса, мунса, мунса,

о – о – о

Үҙе генә мунсаһы ни тора!

Сәй-сәй

Мунса – мунса – мунса

е – э – ей

Хүт көн һайын яғырға уны һора.


Мәтрүшкәле сәй эсеү үҙе ләззәт!

Йәйен ауылда шулай, бигерәк рәхәт!

Сабынып – сабынып мунсаһын төшәһең,

Баллап мәтрүш сәйен эсәһең.


Хуш еҫ, хуш еҫ, хуш еҫ тарала,

Уңала бит унан яра ла.

Мәтрүш, мәтрүш, мәтрүшкә сәйем

Уңды тиһәм дә була инде йәйем.

Сәй-сәй.


Мәтрүш, мәтрүш, мәтрүш, мәтрүшкә

Аяҡ аҫтында ғына беҙҙең үҫә дарыу,

Сәй – сәй,

Мәтрүш, мәтрүш, мәтрүш, мәтрүшкә

Яланға ғына ҡала бит тик барыу.

Сәй – сәй!

Динә Мулкаманова

ТӘҢКӘ ҠАРҘАР


Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа,

Сафлана бара һауа.

Ҡарҙар яуа әйлән-бәйлән,

Ергә яуа сәйлән-сәйлән.


Ҡушымта.

Әйлән-бәйлән уйнай ҡарҙар,

Табышҡандар яңы йәрҙәр.

Тәңкә-тәңкә ҡар аҫтында

Әйләнәләр яңы парҙар.


Шаян елдәр аҡ ҡарҙарҙы

Ҡайындарға һипкәләй.

Ап-аҡ ҡарҙар йомшаҡ шәл булып,

Ҡайындарҙы иркәләй.


Тәңкә ҡарҙар емелдәшеп,

Нурҙар һибә һауаға.

Гүйә, ынйы бөртөктәре

Һибелгәндәр далаға.

БАЛАЛАРЫМ – БӘҒЕРҘӘРЕМ


Балаларым-бәғерҙәрем,

Йөрәгем емештәре.

Һеҙ барында кәрәк түгел

Алтыны, көмөштәре.

Балаларым-бәғерҙәрем,

Һеҙ минең бәпкәләрем,

Тормошомдо биҙәнегеҙ,

Йәшлегем сәскәләре.

Балаларым-бәғерҙәрем,

Йөрәгем тибештәре.

Хоҙай миңә бүләк иткән,

Өлөшөм-көмөштәре.

Кәрәк түгел байлыҡтары

Балаларым барында.

Шатлыҡ була икән ҡартлыҡ

Балалар ҡосағында.

Балаларым – күҙ алмам,

Һеҙҙе күрмәй түҙалмам.

Балаларым-байлыҡтарым,

Һеҙҙән башҡа торалмам.

Айзилә Муртаева

ТАУҘАРЫМ


Тыуған яғымды һағынһам,

Ҡарайым мин сиктәргә.

Күренмәҫме тауҙарым тип,

Улар ашҡан күктәргә.

Йәнем тартылыр тауҙарым –

Оҙонғором, Ҡыраҡа.

Ағайҙарым кеүек улар,

Ағайҙарым – ҡырҡ арҡа.

Тыуған яғымды һағынһам,

Тауҙар инә төшөмә.

Гүйә, улар ҡурсый мине:

«Һылыуыбыҙ, өшөмә!»

Тыуған яғымды һағынһам,

Ҡайтамын осоп ҡына.

Атай-әсәй төҫлө улар –

Тауҙарым – ышыҡ ҡына!

МИН – ТАМСЫ


Күгүләндә – көмөш ямғыр

Тамсыһы.

…Тамсы түгел, йәнем мин бит –

Танысы!

Тапап үтмә, бер үрелеп

Күҙең һал.

Мең төҫтәрҙә балҡыйым мин,

Хайран ҡал!

Күҙ һалманың, йәнәһе лә,

Тамсымын.

…Тапап үттең бәхетеңдең

Ярсығын…

Өндәшмәйһең.

Өндәшмәйем.

Арабыҙҙа – упҡын.

Арабыҙҙа – бер бушлыҡ та,

Күңелебеҙ – тып-тын.

Ошо тынлыҡ арабыҙҙа –

Йән иңрәтер һағыш.

Һине – минән, мине – һинән

Алыҫайта яңылыш.

Һин дә шымһың,

Мин дә шыммын,

Арабыҙҙа – һалҡын.

Күктәргә ҡарап ялбарам:

Китмә, һөйөү – ялҡын!

Күктәргә ҡарап өндәшәм:

Берәй сара тапсы!

Арабыҙға – усаҡ яғып,

Йәйғор булып ҡалҡсы!

Кадрия Нигамаева

БӘХЕТ НИМӘ?


Донъяға мин шат йылмайып бығам

Һәм күрһәтәм яҡты йөҙөмдө.

Бөгөн дә мин әйтә алам һымаҡ,

Бәхетлемен тигән һүҙемде.


Бәхет нимә? – тигән һорауға мин

Яуап бирәм һеҙгә шатланып:

Был донъяға килеп файҙа ҡылыу

Һәм тормошта йәшәү маҡталып.


Был донъяла йәшәү – үҙе бәхет,

Ынйылары уның юлында.

Итәғәтле булып йәшәй белһәң,

Бәхетең бит үҙең ҡулыңда.

ТЫНМА, ҠУРАЙ


Моң ағыла тирә-йүнгә,

Ҡурайымдың моңдары.

Тетерәнә киң ҡырҙары,

Алһыулана таңдары.


Көслө рухлы илаһи моң,

Нур һибелә ҡурайҙан.

Тәбиғәттең һәр миҙгеле

Йәнләнә моңдарынан.


Ҡурай, тынма, һуҙ көйөңдө,

Йырлайыҡсы, тынмайыҡ.

Моңдарыңдың ағышына

Хисләнеп тә туймайыҡ.

Венера Ниғмәтуллина

БАШҠОРТОСТАН


Башҡортостан! Ниндәй илаһи һүҙ!

Һиндә тыуғаныма ҡыуанам!

Хозур тәбиғәтле был төбәктә,

Ниндәй генә йырҙар тыумаған!

Ата-бабалар ҙа ошо ерҙә,

Аҫабалы булып йәшәгән!

Төрлө яуға күтәрелгән халҡым,

Дошмандарҙан ҡурҡа белмәгән!

Башҡортостан! Ғорурлығым арта,

Тарих төпкөлөнә ҡараһам…

Тыуған ерҙе яуызлыҡтан һаҡлап

Улдарыңды яуға оҙатҡан..

Һинең батыр улдарыңа тиңле,

Рәсәйҙә һис яугир булмаған.

Илем, ерем тигән батырҙарың,

Көс ғәйрәте менән алдырған!

Иң беренсе булып Рәсәйҙә,

Автономияһын булдырған!

Башҡортостан һинең ҡырҙарыңды,

Төрлө халыҡ яҡын, үҙ итә…

Нисә быуат иңгә-иңде ҡуйып,

Бер ғаиләләй татыу көн итә!

Башҡортостан! Ғорурлығым арта..

Һинең кескәй ҡыҙың булғанға!

Башҡортостан! Ғорурлығым арта..

Үҙ телемдә белем алғанға!

Айгөл Низаметдинова

БУЛЫРБЫҘ ТЕРӘК


Әсәйем, әсәкәйем,

Матурым, аҫылҡайым.

Тәмле-тәмле аштарыңды,

Ашайым һәр көн һайын.

Көн дә иртән мәктәпкә,

Оҙатаһың һөйөп кенә.

«4» һәм «5» билдәләре

«Алып ҡайт!»-тиеп кенә.

Таҙалыҡ, һаулыҡ, бәхет,

Беҙҙән һиңә ҙур теләк.

Улың, ҡыҙың киләсәктә,

Булыр үҙеңә терәк.

ӨЛӘСӘЙ


Өләсәйем йөн иләй,

Ҡулына орсоҡ тотоп.

Ҡулдарына күҙ эйәрмәй,

Ултырам иҫем китеп.

Ойоҡбаш, бейәләйҙәр,

Бәйләй ул гелән.

Миңә өйрәтә үҙе:

«Балам», – ти, «өйрән».

Хәҙер инде мин,

Бәйләргә лә өйрәндем.

«Апай, апай – өйрәт» – тиеп,

Арттан йүгерә һеңлем.

«Ҙур үҫеп, олоғайғас,

Мин һине өйрәтермен,

Ә хәҙергә ҡаңғыртмасы,

Китеп тор», – тинем.

Гөлфиә Ноғоманова

МӨХӘББӘТ БАР ДОНЪЯЛА


Ҡапыл ғүмер сүллегемә

Яуҙы көмөш ямғырҙар,

Мөхәббәте менән килде

Көтөп алған ал таңдар.


Ҡушымта.

Мөхәббәт бар бит донъяла,

Мөхәббәт бар ышандым.

Хыялдарҙы бар иткән дә,

Ҡотҡарған да тышауҙан.


Мансының йәйғор нурына

Шыҡһыҙ яңғыҙлығымды.

Бүләк иттең ай, ҡояшты,

Мөхәббәт – байлығыңды.


Мөхәббәт булмаһа ерҙә

Хан һарайы ла ситен.

Һөйөү һүҙҙәре матурлай

Тормош китабы битен.

Зөһрә Рәхмәтуллина

ТЫУҒАН ЯҒЫМ


Күп ерҙәрҙе гиҙеп йөрөнөм,

Гүзәллектәр күреп һоҡландым.

Ләкин булманы һинең кеүек,

Иң яҡыны тыуған ауылым.


Ҡушымта.

Тыуған яғымды һағынғанда,

Уйлайым һине мин, ауылым.

Күңелгә һағыштар тулғанда,

Ҡайтам мин һиңә, бала сағым.


Һағынһам да мин йәшлегемде,

Кире ҡайтмаҫ инде ул осоп.

Барыһы артта ҡалды инде,

Тик яҡты хәтирәләр булып.


Һиҙелмәй ҙә үтте йәшлегем,

Иҫтәлектәр генә ҡалдырып.

Донъяла бар минең теләгем,

Йәшәйек изге эҙ ҡалдырып.

Әдилә Ғәзизова

ОЛАТАЙ


Күңелемдең иң түрендә

Урын алды олатайым.

Уның менән бәйле хисте

Иң ҡәҙерле тип һанайым.


Миңә әйткән һәр бер һүҙең

Ҡолағымда сыңлай һаман.

Һинең янда булдым һәр саҡ

Шат күңелле ғәмһеҙ бала.


Эй шәп йырлай инең үҙең,

Көслө итеп, дәртле итеп.

Ошо йырҙар һаман сыңлай

Күңелемдә хисле итеп.


Баштарымды һыйпағанда

Бар ҡайғымды һыпырып алдың.

Ҡайтҡан саҡта һағышланып,

Моңһоу ғына тороп ҡалдың.


Ғүмер тигәндәре тиҙ үтә,

Артта ҡала һәр бер көнө, төнө.

Ваҡыт үткән һайын тағы нығыраҡ

Һағынамын, олатайым, һине.

Флорис Ғайсин

САЛАУАТ ЙЫРЫ


Төштәремә йыш керәһең,

Йәшлегемде байҡайым;

Иҫтәремә төшөр әле,

Еҙ ҡурайым тартайым.


Ҡушымта.

Еҙ ҡурайҡай, әйтсе миңә,

Ҡайҙа минең Йәмиләм?

Еҙ ҡурайҡай, һөйлә әле,

Нишләй икән бер генәм.


Йәмиләкәй, юлдарыңа,

Күҙ йәштәрең түгелмәҫ;

Һин үҫтергән гөлдәреңә

Сит-яттар бит үрелмәҫ.


Өҙөлөп тә һағындым шул

Тыуған илем яҡтарын.

Йүгереп тә ҡайтыр инем —

Бығаулы аяҡтарым.


Шыуышып та ҡайтыр инем —

Йыраҡ шул араларым;

Тура баҫып атлар инем —

Уңалмай яраларым.

ИЛҺАМЛАНЫП ЙЫРЛАЙБЫҘ


Әсе-сөсөһөн донъяның

Башыбыҙҙан уҙғарҙыҡ.

Күңелебеҙ ташып торһа,

Илһамланып йырланыҡ.

Ҡушымта.

Их, йырлайбыҙ сәхнәләрҙә

Йөрәктәрҙе яндырып;

Дуҫтар менән бергәләшеп,

Бар таңдарын ҡалдырып.

Илһамланып, дуҫтар, һеҙгә

Йәшәү дәрте һибәбеҙ;

Сәхнәләрҙә йыр-моң аша

Илһам көсөн бирәбеҙ.

Юҡҡа ғына, «илһамлылар», —

Тамашасы тимәйҙер;

«Илһам» тигән исемде лә

Бушҡа ғына бирмәйҙер.

Шундай моңло башҡорт көйө

Үҙәктәргә үтә бит.

Илһамдарҙың моңло йыры

Барын әсир итә бит.

Гөлназ Ғаянова

ТЫУҒАН АУЫЛЫМ


Һаумы, ауылым! Бына ҡайттым әле

Хәлдәреңде белеп китергә,

Урамдарҙан ялан аяҡ йүгереп,

Бала саҡ йомғағын һүтергә.

Тыуған ауылым, бер үк үпкәләмә,

«Оноттом, – тип, – ҡасан ҡайтҡаның».

Һис бер ҡасан күҙ алдымдан китмәҫ,

Нисек һиндә таңдар атҡаны.

Һиндә генә йәнем тыныслана,

Һандуғас та һайрай моңлораҡ.

(Әллә миңә шулай тойоламы?)

Ҡояш та бит бында нурлыраҡ.

Ауыл уртаһында күле йәйрәй,

Ә һыуының күпме шифаһы!

Йәнгә сихәт, тәнгә ҡеүәт өҫтәй

Ер аҫтынан сыҡҡан шишмәһе.

Йөрәгемә яҡын һәр бер кеше –

Күңелдәре аҡ бит уларҙың.

Кәңәштәрен бирер ҡарттарымды

Ғүмер юлдарымда ҙурлармын.

…Йүгереп үттем ауыл урамдарын

Ғәмһеҙ саҡты иҫкә төшөрөп.

Һиндә генә һулыштарым иркен,

Һин ҡәҙерле алтын-көмөштән!

Күкрәгемдә йөрәк типкән саҡта

Мин ташламам һине – һүҙ бирәм.

«Онотма», – тип әйтте һымаҡ ауылым,

Һәм йәш тамды минең күҙҙәрҙән…

Гөлямал Нәжмиева

КӨҘ


Тышта көҙ. Моңһоу йөрәгем

Наҙҙар көтөп талпына.

Йән генәйем йәйелерҙәй

Әллә йәйҙе һағына?


Көҙҙәр әллә иртәләне,

Йыйырсыҡтар йөҙөмдә.

Йылдары сабып уҙһа ла

Йәшлек дәрте үҙемдә.


Юҡ, елдәргә бирешмәйем,

Күнел генәм йәш әле.

Буранлы ҡыштар уҙырҙар,

Яҙҙарҙы көтәм әле!

ДУҪТАРЫМА


Дуҫтарыма яҙам был һүҙҙәрҙе,

Һағындым, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе.

Тормош мәшәҡәттәре бөткөһөҙ,

Бик һирәк күрәм әле һеҙҙе.


Бер килегеҙ минем яндарыма,

Һөйләшергә күптер хәбәрҙәр.

Иҫкә алып, йәш хыял йылдарҙы,

Үтер беҙҙең сихри сәғәттәр.


Эй, дуҫтарым, һағындым бит һеҙҙе,

Табын түрҙәренә саҡырам.

Һеҙҙең менән күңелемде асһам,

Йәшлегемә ҡайтҡандай булам.

Cәкинә Тотманова

БУРАН ЙЫРЫН ТЫҢЛАП


Буран йырын тыңлап ҡырҙар йоҡлай,

Ябынғандар мамыҡ юрғандар,

Аҡ шәлдәрен һалып иңдәренә,

Ҡарағайҙар һаҡҡа торғандар…


Болоттарҙы ярып, ай ярсығы

Ошо хәлде күктән күҙәтә…

Ҡарағайҙар ойомаһын, тиеп

Һүрән генә утын йүнәлтә…


Буран йырын тыңлап йоҡлай юлдар…

Юлсыларға был төн юлдар юҡ…

Ай яҡтыһы төшкән болан эҙен

Буран күмеп ҡуйҙы шунда уҡ…


Буран йырын тыңлап йоҡлай ауыл…

Аҡ бүректәр кейгән йорттары…

Болоттарҙы ярып, ай ярсығы

Тәҙрәләргә төбәй уттарын…


Тик мин генә, буран йырын тыңлап,

Төрлө хистәр менән ут янам.

Йөрәгемә илһам нурын өҫтәп

Ай ярсығы ҡойған нурҙарҙан…

Нәжибә Фәйзуллина

КӨҘГӨ КЕЛӘМ


Оса япраҡ, елә япраҡ,

Елдәр уйната елеп.

Ҡыштыр-ҡыштыр уралалар,

Аяҡ аҫтына килеп.


Ҡушымта.

Бар тирә-яҡҡа түшәлгән,

Көҙҙөң төҫлө келәме.

Аңлайышһыҙ һағыш ҡатыш,

Ошо ваҡыттың йәме.


Оса ваҡыт, елә ваҡыт,

Ғүмерҙәр көҙгә бара.

Өҙөлгән япраҡ шикелле,

Көндәр үткәндә ҡала.


Йылдар үҙ келәмен туҡый,

Көндәрҙе теҙеп һала.

Сағыумы ул, әллә бәҫһеҙ —

Үткәндән төҫтәр ала.


Моңһоу ҡатыш матурлыҡҡа

Күңелдең әсир сағы.

Ғүмер көҙөндә лә арбай,

Һүнмәй өмөт усағы.


Төҫлө келәм тирә-яғым,

Көҙ миҙгеле юлында.

Тик һары келәм ҡалмаһын,

Үткән ғүмер юлымда.

Гөлназ Кадыйрова

ТАШЛАМАҪ УЛ


Ғүмерем миҙгелдәрендә

Төрлө мәлдәрҙе кисерҙем:

Берсә ҡалдым бурандарҙа,

Берсә бәхеттән иҫерҙем.

Ямғырҙарҙа еүешләнеп

Хәлдән тайҙым, бөттөм арып.

«Бирешмәҫкә» тигән теләк

Башҡайымды үтте ярып.

Шул ваҡытта бәхет килеп

Күтәрҙе сикһеҙ күктәргә.

Минең ундай хәләтемдән

Көнләшер ине күптәр ҙә.

Аҡ һәм ҡара, ҡара һәм аҡ —

Юлдарымда алмаш-тилмәш.

Һынай-һынай көс-хәлемде

Мине һындыралар, имеш…

Ышанам мин һәм дә беләм —

Ваҡытлыса был минуттар.

Һынауҙарға ҡаршы торор

Йөрәгемдә бөтмәҫ көс бар.

Ышанам мин һәм дә беләм —

Күңелемдә өмөт йәшәй,

Ауырлыҡтан ҡурсалаусы

Хоҙайым бит гел йәнәшә.

Ташламаҫ ул, ярҙамына

Бик тә мохтаж мин – бәндәне.

Хаҡ Тәғәләгә инаныу

Йөрәгемдә һүнмәҫ мәңге.

Нәфисә Булатова

ҺЫУ БУЙЛАМА


Буйлама йылға үҙәнен

Иңләмә тауҙар үрен.

Яналыр, беләм, үҙәгең,

Күҙеңдән торам күреп.

Йылға буйында күк тирәк,

Көнләшер буй-һыныңа.

Серләшер һандуғас һирәк,

Ел тулыр ҡуйыныңа.

Күҙ алмаларың ирене,

Килер яҡтарға ҡарап.

Һуңланым, микән, һуңланым?

Яныңа осоп барам.

Гөлсинә Йомағужина

ТУҒАН ТЕЛЕМ


Туған телем – башҡорт теле,

Нурлы уның һәр бер өнө.

Күңел ҡылдарымды сирткән

Һәр бер һүҙе моңло көйлө.


Бишек йырҙарын көйләгән

Әсәкәйем бала саҡтан.

Һәр күҙәнәгемә һеңгән

Башҡорт рухы бар тарафтан.


Туған телем, һин тылсымсы,

Беҙҙе бай һәм бар итеүсе!

Рухи көс, дәрт, ҡеүәт биреп

Ҙур киңлектәргә илтеүсе.


Туған телебеҙҙе һаҡлау,

Кәмһетеүселәрҙән яҡлау —

Беҙҙең изге бурыстыр,

Аңлайыҡ, дуҫтар, шуны!


«Илем» тигән Салауатым,

«Телем» тигән үлмәҫ Рәми.

Яҡлап илде, һаҡлап телде,

Типкән улар йөрәге.


Башҡорт телем сәскә атһын,

Нурланһын һәм йәшәһен!

Ҡояш кеүекбалҡыһын,

Йәшен кеүек йәшнәһен!

Лилиә Һаҡмар

БАРЫҺЫ ЛА ЯҠШЫ БУЛЫР


Шундай сағым, эй, дуҫҡайым,

Башым сатнай ауыр уйҙан,

Йыуатырға теләй буғай —

Тәҙрә сиртә шаян турғай.


Эй, дуҫҡайым, һайра шулай,

Уйҙарымды таратайым…

Турғай түгел, инде үҙем

Эстән генә ҡабатлайым:


«Барыһы ла яҡшы булыр,

Төндө еңеп, ҡояш тыуыр,

Күңелемә йырҙар тулыр,

Барыһы ла яҡшы булыр!»


Икеләнеү, борослоуҙар,

Бошоноуҙар бушҡа ғына.

Шөкөр, тием, биргәненә,

Рәхмәт туған, дуҫтарыма.


Ҡунмаҫ ырыҫ-бәхет ҡошо

Һүнһә әгәр өмөт уты,

Заманалар ауыр, тимә,

Яҙмыш беҙгә һынау бирә.


Зәп-зәңгәр ҙә ал ҡояшлы

Күгебеҙҙе болот баҫһа,

Аҡ донъяны ҡарайтмайыҡ,

Күҙ-йәш аша ҡабатлайыҡ:


«Барыһы ла яҡшы булыр,

Ауыр көндәр, хәсрәт уҙыр,

Эштәребеҙ һәр саҡ уңыр,

Барыһы ла яҡшы булыр!»




Рәсих Ханнанов






Ҡырмыҫҡалы аулында әсәhе Орҡыя hәм апайы Әнисә менән




Атаhы Нурғали (уңда) үзенең хәрби хеҙмәттәштәре менән




Алыҫкөнсығыш флотында хәрби хеҙмәт осоронда




Хәрби хеҙмәттән hүң




Тыуған районында тәүге музыкаль тәжрибә




Шигырҙар өҫтендә эш




Салауат дәүләт башҡорт драма театрының артистары менән




Композитор, шағирҙың күпhанлы йырҙар авторы Рим Хәсәнов менән




Башҡорт дәүләт филармония артистары менән




Иң беренсе йырҙарын башҡарусы тормош иптәше Люциә менән




Күренекле яҙыусылар: Мостай Кәрим, Марсель Гафуров, Сафуан Әлибаев, Мөнир Әғлиуллин менән




Ижади хеҙмәттәштәре: режиссер Байраҫ Ибраhимов, композитор Рим Хәсәнов, рәссәм Вәсил Ханнанов менән




Рәсих Ханнановҡа Өфө ҡалаhында мемориал таҡтаташ аҫыуҙа


Главный портрет – фото Рамиля Кильмаматова.

Остальные фото из семейного архива


Оглавление

  • Рәсих Нурғәли улы Ханнанов
  •   АП-АҠ КҮГӘРСЕН
  •   ӨФӨ – УРАЛЫМДЫҢ САФ ГӨЛӨ
  •   МИНЕҢ ӘСӘЙ ГӨЛ ЯРАТА ИНЕ
  • Фирүзә Абдуллина
  •   ӘЛДӘ ҺӨЙӨҮ БАР ӘЛЕ!
  •   БАШҠОРТ АТТАРЫ
  • Минулла Аминов Наталья Ағиҙел
  •   КӨЗГӨ РОМАНС
  •   ҺИНҺЕЗ ЙӘРЕM
  • Минира Биканасова
  •   ҒҮМЕР
  •   КҮҢЕЛ
  • Гөлмирә Бикбулатова
  •   ТАШЛАЙ КҮРМӘ
  •   АСЫЛДЫ БӨРӨЛӘР
  • Сәриә Вахитова
  •   ТУҒАНЛЫҠТЫ ҺАҠЛАП ЙӘШӘЙЕКСЕ
  •   АҒИҘЕЛКӘЙ
  • Гөлфиә Ишмөхәмәтова
  •   БЕҘҘЕҢ ЙӘШЛЕК
  •   РОМАШКАЛАР
  • Гөлназ Ҡотоева
  •   ҠАРҘАР ЯУА
  •   ҠЫПСАҠ ҠЫҘЫ
  • Лилия Миниязова
  •   МИНЕҢ ВАТАНЫМ
  •   МИН ҠАЛЫРМЫН
  • Мәликә Мортазина
  •   ӘСӘ МЕНӘН ҠЫҘ ӘЙТЕШЕ
  •   ҠОШ ЮЛЫНАН ЕЛӘМ ЯНЫҢА
  • Ландыш Насирова
  •   ҠОШТАР БУЛҺАМ, ӘГӘР…
  • Ғәзизйән Фәрхетдинов
  •   АҠ КҮЛДӘК
  •   ӘЙ БУЙҘАРЫ АҠ ТОМАН
  • Равшан Хажиәхмәтов
  •   ҒҮМЕР – ЙЫЛҒЫР АЙҒЫР
  •   ӨЛӘСӘЙГӘ
  • Фәһимә Абдрафикова
  •   ОҘАТЫУ
  •   ИЗГЕ ҒӘМӘЛДӘР БИҘӘЙ
  • Рәмзиә Абсәләмова
  •   АУЫЛЫМА ҠАЙТТЫМ
  •   КӨҘ
  • Люция Ишбулатова
  •   СЕРҘӘРЕМДЕ БИКЛӘНЕМ
  •   ТӨН
  • Рамазан Иштуганов
  •   ҠЫРМЫҪҠАЛЫ ЕРЕН ДАНЛАЙ УЛДАРЫ
  • Динара Кәримова-Һаҙыева
  •   АҠ ТОМАН
  • Алия Ҡасимова
  •   БЕРҘӘМЛЕК КӨНӨ
  • Миләүшә Латыйпова
  •   МӘТРҮШКӘ СӘЙЕ
  • Динә Мулкаманова
  •   ТӘҢКӘ ҠАРҘАР
  •   БАЛАЛАРЫМ – БӘҒЕРҘӘРЕМ
  • Айзилә Муртаева
  •   ТАУҘАРЫМ
  •   МИН – ТАМСЫ
  • Кадрия Нигамаева
  •   БӘХЕТ НИМӘ?
  •   ТЫНМА, ҠУРАЙ
  • Венера Ниғмәтуллина
  •   БАШҠОРТОСТАН
  • Айгөл Низаметдинова
  •   БУЛЫРБЫҘ ТЕРӘК
  •   ӨЛӘСӘЙ
  • Гөлфиә Ноғоманова
  •   МӨХӘББӘТ БАР ДОНЪЯЛА
  • Зөһрә Рәхмәтуллина
  •   ТЫУҒАН ЯҒЫМ
  • Әдилә Ғәзизова
  •   ОЛАТАЙ
  • Флорис Ғайсин
  •   САЛАУАТ ЙЫРЫ
  •   ИЛҺАМЛАНЫП ЙЫРЛАЙБЫҘ
  • Гөлназ Ғаянова
  •   ТЫУҒАН АУЫЛЫМ
  • Гөлямал Нәжмиева
  •   КӨҘ
  •   ДУҪТАРЫМА
  • Cәкинә Тотманова
  •   БУРАН ЙЫРЫН ТЫҢЛАП
  • Нәжибә Фәйзуллина
  •   КӨҘГӨ КЕЛӘМ
  • Гөлназ Кадыйрова
  •   ТАШЛАМАҪ УЛ
  • Нәфисә Булатова
  •   ҺЫУ БУЙЛАМА
  • Гөлсинә Йомағужина
  •   ТУҒАН ТЕЛЕМ
  • Лилиә Һаҡмар
  •   БАРЫҺЫ ЛА ЯҠШЫ БУЛЫР